АҠ БАШЛЫҠЛЫ ҠЫҘ

(«Башкортостан» газетаhы. 13-05-2016).

Йыйнаҡ ҡына дауахана залы. Ҡаршыла – регистратура. Берҙән-бер табип ҡабул итә. Ҡалғандар – ҡайһыһы ялда, йә үҙҙәре больничныйҙа. Хәтһеҙ кеше йыйылып китте. Ете-һигеҙләп булыр.
Әлеге сират бик әүҙем булып сыҡты. Күңелле буласағы күре­неп тора. “Кем аҙаҡҡы?” тип белештем дә, эскәмйәгә барып ултырып, сиратташтарымды күҙәтә башланым. Ишек төбөндә – йәш ханым. Мин уны беләм. Исеме – Рита. Кибеттә халыҡ араһында эшләп теле сарланып бөткән. Беренсе булып ул һуҡрана башланы: “Эшкә йөрөүең яҡшыраҡ икән! Ярты көн үтте!”

Ул да булманы, ҙур суҡлы ап-аҡ башлыҡ кейгән бер йәш ҡыҙ ишектең икенсе яғынан килеп урын алды. “Кем аҙаҡҡы?” – тип тә һораманы, килде лә ултырҙы. Беҙ сәйерһенеп ҡуйҙыҡ, тик өндәшмәнек. Уның артынан шәшке тунлы бер йәш ханым пәйҙә булды. Сират белеште лә, сумкаһынан айфонын сығарып, кем менәндер бик ҡаты ыҙғыша башланы:
– Һин мәңге шулай! Мине бер ваҡытта ла аңламайһың! Һин бит мине хатта балаларҙан да көнләшәһең! Әйҙә, телефонды берәр күршемә бирәйемме?..
Биш минут самаһы дауам иткән ығы-зығы ара­һында сиратташтарыма күҙ йүгертеп сығырға ла, түрҙәрәк ҡуйылған яһалма сәскәләргә – япон сакура­һына ла – ҡарап алырға ла өлгөрҙөм. Тере булмаһа ла, ниндәй матур ул! Гүйә, нәҙек кенә ботаҡтарға аллы-гөллө, алһыу-көрән ҡанатлы күбәләктәр ҡун­ған… Улар, музыка ноталарындай, шул ботаҡтарға теҙелеп ултырған да ҡанаттарын елпей-ҡаға ниндәйҙер бик нәфис көй көйләй кеүек… Бәләкәй генә залдың бер төҫтәге диуарҙары, аҡ гипс-ҡатырға шаҡмаҡтары менән ҡап­ланған түшәме фонында ул сакура берҙән-бер биҙәк булып, күҙҙең яуын алып ултыра…
Иң аптыратҡаны иҙән булды. Нисәмә йыл ошо дауаханаға йөрөп, шуға иғтибарлап ҡарай белмә­гәнмен. Был бит – миңә таныш иҙән. Ундайҙар совет осороноң 60 – 70-се йылдарында төҙөлгән барлыҡ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, йәки рәсми ойошмаларҙа осрай. Күкһел-ҡыҙылһыу төҫтә. Суйырташтар һибеп сыҡҡан һымаҡ ваҡ-ваҡ биҙәктәре лә бар. Шып-шыма. Илле-алтмыш йылда “ыһ” та итмәгән – һыҙылмаған да, ҡырылмаған да. Был донъяға мәңге килгән кеүек ята. Өҫтөнән кем үтһә лә, был таш иҙәнгә бер нәмә лә булмаясаҡ. Ҡайһы бер кешегә “таш бәғер” тиҙәр. Шундай ҡаты, ошо иҙән кеүек ныҡ кешегә әйтеләлер инде, тигән уй килде күңелгә. Эйе, совет осоронда яһай белгәндәр ҙә әйберҙе!
“Шәшке тун” телефонын ҡуйып та өлгөрмәне, уға тағы шылтыраттылар. Быныһы эшенән ине, ахырыһы.
– Нисек инде, Амалия Камаловна?! Мин бит больничныйҙа! Нишләп? Нисек мин эшкә сыға алайым ти? Миндә бронхит, аңлайһығыҙмы? Бронхит! Дауаланмай йөрөп шулай булды бит инде! Ә пневмонияға күсһә?!
Сираттағы уртаса йәштәрҙәге ханым, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, һарғылт шарфы менән ауыҙ-моронон ҡапларға ашыҡты.
“Шәшке тун” шул ҡәҙәр ярһыны, асыу ҡапсығын төбөнә ҡәҙәр һелкте. Әллә ни ҡәҙәр ваҡыт тыныслана алмай интекте.
– Бына, әйкәйем! Сир­ләргә лә ярамай! Йығылып үлһәң, аша атлап ҡына сығасаҡтар ҙа ары китә­сәктәр. Былай ҙа нисәмә көн температура менән эшкә йөрөнөм! Ниһайәт, табип бүлмәһе асылды. Ҡараштарҙа йылы өмөт уты ҡабынып, барыһы ла аҡ ишеккә төбәлде.
Өлкән йәштәге бер ир килеп сыҡты. Ул арала ишек төбөндә баҫып торған бер ҡатын, балыҡтай шыуып, йәһәт кенә эскә, кабинетҡа кереп тә китте.
Баяғы аҡ башлыҡлы ҡыҙыҡай аптырап тороп баҫты.
– Бәй! – тине ул, сикһеҙ аптырап. – Минең ваҡытым 16.20-лә ине бит!
Инде сираттағыларҙың йөҙөнә аптырау хисе сыҡты.
– Һин әллә Айҙан төштөңмө, ҡәҙерлем? – тип телгә килде бығаса һүҙгә ҡыҫылмай ғына бер ситтәрәк ултырған ҡуйы зәңгәр спорт кейемендәге ир.
– Нисек? Мин бит ике аҙна алдан яҙылдым!
– Яҙылһаң ни! – Ишек төбөн һул яҡтан һаҡлап ултырған Рита ярһып уҡ китте. – Ә беҙ бында сәғәт 12-нән бирле ултырабыҙ!
– Беҙҙе лә яҙҙылар! – тип ҡыйыр-ҡыймайыраҡ һүҙгә ҡушылды Ританың күршеһендәге һорғолтораҡ йөҙлө, оҙон күкһел пальто кейгән ханым. Мин уны эстән генә “Һоро” тип атаным. – Бына минең карточкаға яҙып ебәрҙе табип. Сәғәт 4-кә тигән. Теләйһегеҙме, күрһәтәм?
– Юҡ, мин билдәләнгән ваҡытта керәсәкмен!
“Ауыр артиллерия” телгә килде – спорт кейемендәге ир һәр һүҙен айырым-асыҡ итеп, өҙөп-өҙөп, ҡалын тауыш менән:
– Тә-әк, әле минең сират, унан – һинеке, – тип һауа ярҙы.
– Юҡ, мин үҙ ваҡытымда керәсәкмен! – Ҡыҙҙың үҙ туҡһаны туҡһан ине.
– Мин һеҙгә икенсе тапҡыр әйтәм: хә-ҙер мин кер-рәм, ун-нан – һ-һин!
Ирҙең был ҡәҙәр ҡәтғи, эске ышаныс, хатта ки тантана менән әйтелгән һүҙҙәре хәрби командирҙың бойороҡ биреүен хәтерләтте. Мин үҙемде кинәт беренсе класс уҡыусыһылай тойҙом. Был ҡалын тауышлы, етди ҡиәфәтле, үҙ-үҙенә шул ҡәҙәр ныҡ ышанған иргә бер һүҙһеҙ буйһонғом, хатта ялағайланғым килеп китте. Әгәр уның яғына баҫһам, миңә бер ел-ямғыр ҙа теймәйәсәк бит. Ундағы ышаныс, етди ҡәтғилек миндә лә буласаҡ.
Һәм ҡыйыуһыҙ миндә лә батырлыҡ тыуҙы.
– Берәү – сират, йәнә берәү яҙылыу буйынса керә инде… – тинем, теге ҡыҙға ҡарап. – Бығаса гел шулай ине бит!
Ҡыҙ өндәшмәне. Тик уның үҙ һүҙенән ҡайтмағанлығы йөҙөнә яҙылғайны. Тиҫкә­реләнеп, ирендәрен турһайтты, ҡаштарын йыйырҙы. Ҡара-ҡара, ниндәй ныҡыш, тип уйлап алдым. Йәп-йәш көйөнә…
Һүҙгә Рита ҡушылды:
– Ә беҙ бында нисә сәғәт көтөп ултырабыҙ! Нишләйһең инде. Ғүмер буйы көтәбеҙ!
Ул был һүҙҙәрҙе былай ғына әйтә ине. Теленә һалышып ҡына. Ваҡыт үткәрергә, тел сарларға ғына булһын. Беләм бит инде уны.
Аҡ башлыҡлы ҡыҙ тауыш-тынһыҙ ғына ишек төбөнә килеп баҫты. Теге “Һоро” ханым, һикереп тороп, уны бер ситкә этәреп, амбразураға ташлан­ғандай, ишек тотҡаһын ҙур тулы кәүҙәһе менән ҡапланы.
Ирҙең теш араһынан уҫал-зәһәр һүҙҙәр сыҡты.
– Ул, моғайын, аңламай­ҙыр, – тине. – Мәктәптә насар уҡы­ғандыр йә уҡытыу­сылары насар булғандыр.
“Һоро” ҡатын әллә көлдө, әллә ҡыҙҙы яҡлаш­ты.
– Сирле кеше шулай инде, – тине. – Сирләгәндә зиһен тарала бит ул.
Ситтәрәк өлкән бер кеше ултыра ине. Уны әле бабай уҡ тип әйтеп булмай, ләкин, маңлайындағы, битендәге һырҙарына ҡарағанда, урта йәштәрҙән үткән. Донъяла күпте күргән, күпте кисергән кешегә оҡшаған. Ул бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бушлыҡҡа төбәлеп ултырыуын белде.
Шул саҡ, ишек төбөнә баҫҡан халыҡты ике яҡҡа этәреп, табиптың ишеге асылып китте лә, бая кергән ҡатын килеп сыҡты. Уның артынан табип менән шәфҡәт туташы ла күренде, ишекте шартлатып бикләп, “кварцевание” тигән ҡатырға элеп, сәй эсергәлер, күрше бүлмәгә кереп тә киттеләр.
Аҡ башлыҡлы ҡыҙ эскәм­йәлә ултырырға ҡарар итте. Диуарға терәлде лә күҙҙәрен йомдо. Ләкин уның был ҡылығы алдатҡыс маневр ғына ине буғай. Хәҙер һикереп тороп, кабинетҡа кереп китергә генә тора – бар кәүҙәһе тартылған. “Һоро” ҡатын урынына ултырырға мәжбүр булды, ләкин ул да, оҙонлоҡҡа йәки бейеклеккә ырғырға әҙерләнгән спортсылай, аяҡ остарын ишек яғынараҡ төбәп ҡуйҙы.
“Шәшке тун”ға йәнә шылтыраттылар. Был юлы әхирәте ине буғай. Инде ул яңылыҡтарын һөйләй башланы. Ирен, эшендәге етәксеһен һүкте. Һөйләшеп бөткәс, күршеһендәге баяғы спорт костюмындағы иргә зарланғандай әйтеп ҡуйҙы:
– Ярай әле, әхирәттәр бар! Кем аңлар ине беҙҙе?
Шунда ниндәйҙер сәйер ауаз ишетелде. Беҙ башта ни булғанын аңлай алмай торҙоҡ. Ҡараһаҡ, баяғы аҡ башлыҡлы ҡыҙ ауыҙын бәлшәйтеп илап ултыра. Тауышы көсәйгәндән-көсәйеп, үкһеүгә күсте. Һәм ҡыҙ, тыйылырға теләп, ҙур суҡлы аҡ башлығын һалып йөҙөнә ҡапланы. Ләкин ябыҡ иңбаштарының ҡалтырауы туҡтаманы. Дауахананың бәләкәй залы тып-тын ҡалды. Беҙ аптыраныҡ. Ни булды? Ҡатыраҡ бәрелдекме? Улай ғына була инде… Бик үткер күренә ине бит, бирешерлек кеүек түгел ине…
Миңә бик-бик ҡыйын булып китте. Был ҡыҙҙың янына ултырып арҡаһынан һөйгөм, “ни булды шул ҡәҙәр, илама инде, һеңлем” тип йыуатҡым килде. Ләкин урынымдан ҡымшана ла алманым, ҡыйынһындым. Бая ғына мин теге ҡалын тауышлы, етди ҡиәфәтле ир яҡлы булһам, хәҙер инде бар йәнем-тәнем менән ошо ҡыҙ яҡлы инем.
Сәйҙәрен эсеп бөттөләр, ахырыһы – күрше ишектән табип менән шәфҡәт туташы күренде. Шәфҡәт туташы, аҡ башлыҡлы ҡыҙҙың илап ултырыуын күреп:
– Ни булды? – тип туҡтап ҡалды.
– Мин 16.20-гә яҙылған инем, – тине ҡыҙ, һул­ҡылдай-һулҡылдай. – Мин бит ауырлы. Миңә бит теркәлеп сығырға ғына кәрәк… Ауырыу кешеләр янында көтөп ултырғым килмәгәйне…
– И-и, шуның өсөн илап ултыраһыңмы ни! Әле балаңды тапмаған килеш күҙ йәше түгәһең, ә тапҡас нишләрһең? Әле бит дауаханаларҙа йөрөйһө­ләрең кү-ү-п. Әйҙә, һинең сиратмы?
Ҡыҙ, башын һелкеп, күҙ йәшен ҡулы менән һыпыра-һыпыра, әсәһенә эйәргән бәпкә һымаҡ, шәфҡәт туташы артынан эйәрҙе.
Тынлыҡ урынлашты. Регистратуралағы шәфҡәт туташының ҡағыҙ ҡыштырҙат­ҡанына ҡәҙәр ишетелеп тора ине.
Теге ир йәнәшәһендәге тумбочкаға таянмаҡсымы, янтаймаҡсымы булғайны, терһәге сакура ботағына тейеп китте лә сәскәле ботаҡ иҙәнгә ауып төштө. Ир, йәһәт эйелеп, уны әрһеҙ хәрәкәттәр менән киренән быяла вазаға тығып ҡуйҙы. Алһыу-ҡыҙ­ғылт сәскәләрҙең береһе өҙөлөп иҙәндә ятып ҡалды. Ир уны үрелеп алды ла, ҡайҙа ҡуйырға белмәй, усында әүәләй башланы. Гүйә, нәфис күбәләктәй сәскәнең ҡанаттарын өҙгөләмәксе, йолҡҡола­маҡсы, йәшереп юҡ итмәксе. Ләкин сәскәнең күбәләк ҡанатлы таждары, үс иткәндәй, иҙелмәй ҙә, өҙөлмәй ҙә ине…
Тынлыҡты беренсе булып Рита боҙҙо.
– Тәжрибәһеҙ шул әле… – тине бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамай ғына.
“Һоро” ҡатын, көрһөнөп:
– Ундай саҡта зиһен тарала инде ул, – тип ҡуйҙы.
Бер ситтә ултырған теге өлкән йәштәге кеше тағы бер ни ҙә өндәшмәне. Уның тәрән һыр баҫҡан боҙҙай йөҙөндә бер уй ҙа, бер хис тә сағылмай ине кеүек.
Ҡыҙ, ысынлап та, оҙаҡ торманы. Өс минут тигәндә әйләнеп тә сыҡты. Һәм бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамай ғына был шыма таш иҙәнле, яһалма сакуралы залдан сығып китергә ашыҡты…
Кабинеттың ҡәҙерле ишегенә теге зәңгәр костюмлы ирекәй кереп китте. Бер аҙҙан уның ҡалын тауышы менән власты, коммуналь тармаҡты, барса табип­тарҙы һүгеүе ишетелде. Сират­тағылар, көрһө­нөп, бер-береһенә ҡараш­ты. Ун, егерме минут үтте. “Лекция” тынманы. Шәфҡәт туташы ишеккә ниндәйҙер ҡағыҙ киҫәге сығарып элде.
Рита:
– Пациентығыҙ ниңә улай оҙаҡ ултыра? Әллә кереп ҡыуып сығарайыҡ­мы? – тип ҡараһа ла, тегеһе өндәшмәне, йылмайып ҡына ҡуйҙы. Ауырыу­ҙарҙың төрлөһөн күреп, өйрәнеп бөткәндер инде. Ана бит, беҙҙең арттан да байтаҡ кеше йыйылып киткән. Тиҫтәләп һананым да табиптарҙы йәлләп ҡуйҙым.
Ишеккә элеп ҡуйылған ҡағыҙға: “Берәү – сират, икенсеһе алдан яҙылыу буйынса керһен” тип яҙылғай­ны. Бая нәҡ мин әйткәнсә инде. Ләкин ни өсөндөр үҙемдең хаҡлы булыуыма һөйөнгөм килмәне. Ул көн­дө больничный ҡағыҙын яптырып сыҡһам да, һауығып бөтмәгән кеүек тоя инем үҙемде. Күңелдә лә әллә ниндәй юшҡын ҡалған… Ҡыйын. Белмәйем, ниңәлер…

Дилбәр БУЛАТОВА.

(Рәсем-коллаж «Башкортостан» гәзите сайтыннан алынды.)

Поделиться
  •  
  •  
  •  
  •  
  •  
  •