Ринат КАМАЛ. Тәүәккәл аҙымдар
Айсбергтың бер өлөшө генә күренә, ә күп өлөшө һыу эсендә, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа…
Дилбәр Булатованың ижады тураһында уйлағанда, айсбергтың күренгән өлөшө Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте сығарған «Туй» (2005), «Көлдән яралған гөл» (2012) исемле китаптар, 2017 йылда «Тулпар» журналының 3-сө һанында баҫылған «Көтәрмен, тигән инең…» повесы була инде.
Барҙыр, барҙыр ундай хикмәттәр, яҙыусы-прозаиктың күңелендә йә ҡараламаларында йөрөгән-тергеҙелгән үҙ донъяһы, яңы әҫәрҙәре. Донъя, ысынлап та, киң бит, ҡатлаулы бит. Әле Дилбәрҙең ижады менән танышып сыҡҡас та, шундай тойғо ҡала: беҙ уҡығандар, ысынлап та, айсбергтың бер өлөшө генә бит ул. Әллә инде 44 йәшенә атлаған автор бик самалап яҙамы, әллә яҙғандарын баҫтырып сығара алмай хитланамы? Һуңғыһы бөгөнгө Башҡортостанда бик тә мөмкин. Шулай ҙа Дилбәр бик тә самалап, бик тә тәмләп яҙа кеүек һәм яҙғандарын уҡыусыға бигүк ашҡынып-ҡабаланып еткереп тә бармай һымаҡ.
Миңә, әйткәндәй, «Көлдән яралған гөл» йыйынтығында иң оҡшағаны, күңелгә ятҡаны «Ҡунаҡ мунсаһы» хикәйәһе булды. Бында автор бала сағына ҡайта, бала саҡ хәтирәләрен тергеҙә. Бала саҡта оло нәнәйенә улар мунса керергә бара: мунса кергәнсе бала оло нәнәйенең барлыҡ мөхәббәтен, өйҙәге барлыҡ әкәмәттәрен-хикмәттәрен татый-барлай. Оло нәнәйе йылмая, оноҡтарын өрмәгән ергә ултыртмай, оло нәнәй өйөндәге бөтә ҡыҙыҡтарҙы, шахматты, башҡа ҡыҙыҡ нәмәләрҙе бытырып ташлайҙар балалар, шунан һурпа һемереү, рәхәтләнеп йоҡлау; иртән наҙланып ҡына ятыу, ә оло нәнәй тышта һыйырын ашата, һарыҡтарын ҡарай – әкәмәт. Һәм тағы ла нисәмә йылдар үткәс, шул оноҡ-героиня үҙ ғаиләһе менән оло нәнәйенә килә, үткәндәге моңһоу хистәре яңыра. Әллә нишләп үтә хисләнеп, үтә яҡын итеп яҙа былар хаҡында Дилбәр. Һәр хәлдә, бындай бала саҡ хистәрен үҙең кисермәй яҙып та булмайҙыр.
Дилбәр Булатованың иң арыу әйбере тип атаным да ул «Ҡунаҡ мунсаһы»н… Эйе, әҙәбиәттә лә шундай күренеш бар: имеш, яҙыусының бер әйбере иң уңышлыһы, иң арыуы, тиҙәр. Ә Дилбәрҙең «Йәнтөйәк» повесын ҡайҙа ҡуяһығыҙ (һуңы китап ошо повесть һәм хикәйәләрҙән тора)? «Йәнтөйәк»тә төп героиня татар ҡатыны Ғәлиә. Башта үҙ татарына, аҙаҡ хохол егетенә кейәүгә сыға, барлығы алты бала таба: улар Зилә, Дима, Лена, Алия, Люба – шундай интернациональ ғаилә. Өфө тирәһендәге совхозда йәшәйҙәр-эшләйҙәр. Бөгөнгө көн, бөгөнгө көнгә хас күренештәр… Батҡаҡта бата-сума сөгөлдөр алалар, больницала ята, саҡ тере, иҫән-һау ҡала – бөтәһе лә тормоштағыса. Һәм шунда ла автор шиғриәт таба, әсә балаларын «өф» итеп тора. Әйткәндәй, Дилбәр ҡотһоҙ Рәсәй тормошон, ялыҡтырғыс булмышты һүрәтләй, шунда ла романтикаһын таба. Әйткәндәй, йәшерәк саҡта шулай тормоштоң арҡыс-торҡос йөҙөн һүрәтләге килә. Ә Дилбәр барыбер – шағирә. Эйе, ысын шағирә! Прозала шағирә! Мин һәр ваҡыт әйтә киләм: ысын проза ул – шиғриәт, әҙибәләр – улар шағирәләр. Дилбәр татар теленең тәмен дә, йәмен дә белә, телгә иғтибарлы, сөнки ул – ижадсының беренсе төҙөлөш материалы.
Бер нисә генә миҫал килтерәбеҙ.
«Инде шул саҡтарҙан һуң хәтһеҙ һыуҙар аҡты, хайран күп юлдар һүтелде – уйлап уйҙар бөтмәне, һөйләп һүҙҙәр етмәне түгел».
«Ут булып янам, һыу булып ташам, ел-дауыл булып уйнайым, йәшенле-күкрәүле ямғырҙай ергә тамам».
«Иҫкә алғанығыҙ барҙыр, иртәләрен нәҙек кенә үлән һабаҡтарында, әрекмәндәрҙең итләс ҙур япраҡтарында, сәскәләрҙең йоҡа нәфис таждарында «түгеләм инде, сәселәм хәҙер» тигәндәй ысыҡ тамсылары өлтөрәй».
«Ә йәнемдә тымыҙыҡ ҡына моңло көй һыҙыла, ул моң аяҡ-ҡулдарға тарала, үҙенән-үҙе һығылмалы хәрәкәттәргә әүерелә».
…Авторға китаптарыңды күрһәт, тигәс, «Көлдән яралған гөл» менән «Тулпар» журналын ғына бирҙе. Ә мин барыбер уның «Йәштәр тауышы» серияһында сыҡҡан «Туй» китабын уҡыным. Әҙибәнең ижад башындағы әҫәрҙәрен күргем килде. Күрергә һәм «Тулпар»ҙа баҫылған «Кисер, тигән инең» менән сағыштырырға! Үкенмәйем: «Туй»ҙа тәүге өс хикәйә «Зәңгәр күлдә өс торна», «Туй», «Күлдәк» хикәйәләре оҡшаны. Бында Дилбәр ысын шағирә, шиғрәнә хисле лирик. Тәүгеһендә Раушан Зөбәржәтте Зәңгәр күлгә әйҙәй. Ә Зәңгәр күл ниндәй мөғжизә иле. Ике йәштең мөхәббәте бәхетһеҙ булһа ла, Зөбәржәт тә ярата, ул да мөғжизә донъяһын күрә бит. Ошоно уҡыусыға ла күрһәтә алыу – авторҙың һиммәте.
Ғөмүмән, Дилбәр ямғыр яуғанда сөгөлдөр алыуҙы, һыҙланып больницала ятыуҙы һүрәтләй. Тағы: йәш йөрәктәр кисен Зәңгәр күлдә осраша, йәштәр Камилә менән Камил мәктәптә үк бер-береһенә ғашиҡ була. Мөхәббәтте тасуирлай автор… Уның төп маҡсаты характерҙы асыу, тормош, яҙмыш тураһында уйланыу. Эйе, көйәҙ ҡыҙҙарҙан түгел инде беҙҙең авторыбыҙ Дилбәр Булатова, ул татар ҡатыны Ғәлиәләй һәр эшкә ең һыҙғанып тотона, ҡурҡмай. Ниндәй йөрәк менән нисек тотондоғоҙ һеҙ, Дилбәр, ижад эшенә? Үҙегеҙ шундай йыйнаҡ, өнһөҙ (аҙ һүҙле) зат. Көйәҙ ҡыҙ тиергә лә тел әйләнә. Шулай ҙа һеҙ молодец, егеттәр йөрьәт итмәҫкә тотонғанһығыҙ һәм уңыштарығыҙ ҙа бар, күҙ теймәһен! Ижад эшендә – яҙыуҙа нимәгәлер өлгәшеү бик тә һирәктәр өлөшөнә төшә. Талант йә бар, йә юҡ тип тә әйтәләр бит. Ә һеҙ ысын ижадсы, шағирә, ошо ауыр ҙа, матур ҙа, ҡаһарман йөрәклеләр үтер проза ыҙанын һайлағанһығыҙ! Бирешмәгеҙ, һыҙланмағыҙ, тағы ла ҡыйыуыраҡ тотонорға, сал татар прозаһында үҙ ыҙанығыҙҙы булдырырға яҙһын! Ә алда, артта ниндәй әҙәбиәт, ниндәй исемдәр?! Һеҙ барыбер ҡаушамаҫһығыҙ, һеҙ яйлап, тәүәккәл аҙымдар менән атларһығыҙ, матур ижад яҙмышы кисерерһегеҙ, тип ышанам»